Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 6:7 - Изге Яҙма

7 Ул ризыҡтарҙан йәнем екһенә, Улар мине сиргә һабыштыра.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 6:7
11 Referencias Cruzadas  

Ошо өс аҙна эсендә татлы ризыҡ ашаманым, ит менән шарапҡа тотонманым, тәнемә май һөртмәнем.


Йәнә Ул миңә: – Эй әҙәм улы, бына Мин Йәрүсәлимдәге ризыҡҡа сик ҡуям. Үлсәүле генә икмәкте хәүефләнеп ашарҙар, үлсәүле генә һыуҙы ҡурҡыу эсендә эсерҙәр, – тине. –


Шунда мин: – Аһ, эй Раббы Хаким! – тип ялбарҙым. – Мин бер ваҡытта ла үҙемде бысратманым. Йәш сағымдан алып бөгөнгө көнгә тиклем үләкһә лә, йыртҡыс талап ташлаған итте лә ашаманым, ауыҙыма хәрәм ит ингәне юҡ!


Гелән беҙгә ғәйеп ташлап тормаҫ, Асыуы ла мәңгелеккә бармаҫ.


Көрһөнөүем ризығымдан алда килә, Ыңғыраштарым һыуҙай эркелә.


Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтып килгәнсе, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр.


– Аллаң тере Раббы шаһит! Өйөмдә бешкән бер генә нәмә лә юҡ. Тәпәндә бер ус он да, көршәктә саҡ ҡына зәйтүн майы ҡалған. Хәҙер бер-ике ағас утын йыйып алып ҡайтып, шуны улым менән үҙемә бешереп ашайбыҙ ҙа артабан ятып үлергә генә ҡала, – тип яуапланы ҡатын.


Сөсөнө тоҙһоҙ ашайҙармы? Йомортҡа ағының тәме бармы?


Ялбарып һорағаным алдыма килһен ине, Алла миңә өмөтләнгәнемде бирһен ине –


Ундай саҡта кеше ашауҙан биҙә; Иң яратҡан ризығынан да екһенә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios