Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 6:27 - Изге Яҙма

27 Йәрәбә һалып, етемде бүлешәһегеҙ, Сауҙалашып, дуҫығыҙҙы һатырға әҙерһегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 6:27
20 Referencias Cruzadas  

Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


Әммә ул да әсирлеккә төштө, Халҡы һөргөнгә ҡыуылды. Сабыйҙары урам саттарында киҫәктәргә тураҡланды, Аҡһөйәктәре, ҡол булып, йәрәбә аша бүленде, Вәзир-бәктәргә бығау һалынды.


Улар халҡымды йәрәбә ташлап бүлделәр, Ир балаларҙы фәхишәгә хаҡ итеп бирҙеләр, Шарап өсөн ҡыҙҙарҙы һаттылар.


Кем яманлыҡ менән йөккә уҙған, Шул яуызлыҡҡа ауырлы, Ул ялған тыуҙырыр.


Етем сабыйҙы күкрәктән айыралар, Бурысын ҡаплатыр өсөн ярлының балаһын алалар.


Етемдәрҙең ишәген алып китә, Тол ҡатындың үгеҙен аманат итеп алып ҡала.


Тол ҡатынды буш ҡул менән кире борҙоң, Етемдәрҙе һуңғы таяныстан яҙҙырҙың.


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.


Көтмәгәндә өҫтәренә баҫҡынсылар ебәргәнеңдә Өйҙәрендә иңрәү яңғыраһын! Сөнки улар мине тотмаҡ булып соҡор ҡаҙҙы, Аяғымды тоҙаҡҡа эләктермәксе булды.


Яҡшылыҡҡа ҡаршы яуызлыҡ эшләйҙәрме ни? Иҫеңдәме, мин алдыңда тороп, Улар өсөн Һиңә ялбарғайным, Уларҙы асыуыңдан ҡурсалағайным, Әле улар миңә соҡор ҡаҙҙы.


Ҡара, дошмандарың шаулашалар, Баштарын ҡалҡыта нәфрәтлеләр.


Хөкөмләшкәндә һүҙем үткәнде белеп, Етемгә ҡул күтәргән булһам –


Икмәгемде яңғыҙ ултырып ашаныммы, Етемдәргә бирмәнемме?


Сөнки ярҙам ялбарған ярлыны, Яҡлаусыһыҙ етемде ҡотҡара инем.


Килмешәкте ҡыҫырыҡлама һәм йәберләмә – үҙегеҙ ҙә Мысыр ерендә килмешәк булдығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios