26 Нишләп һеҙ һүҙҙәремә бәйләнәһегеҙ? Өмөтө өҙөлгәндең әйткәнен Иҫкән елгә тиңләйһегеҙ?
«Тағы күпме шулай һөйләнерһең? Һүҙҙәрең – ярһыу ел һымаҡ!
Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.
Әйткән һүҙҙәреңә ҡарап аҡланырһың, әйткән һүҙҙәреңә ҡарап хөкөм ителерһең.
Әфраим ел елгәрә, Көнө буйы көнсығыш еле артынан ҡыуа, Ялған менән залимлыҡты ишәйтә, Ашшур менән килешеү төҙөй, Мысырға зәйтүн майы оҙата.
Әйүп менән һөйләшкәндән һуң, Раббы Темандан килгән Әлифазға: – Һиңә һәм ике дуҫыңа асыуым ҡаты, – тине, – сөнки һеҙ Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәнегеҙ.
„Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?“ – тип һораның. Ысынлап та, үҙем аңламаған нәмәләр хаҡында, Башым етмәҫ ғәжәйеп ғәмәлдәр тураһында һөйләнем.
Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.
Улай икән, үҙеңде бөйөклөк һәм мөһабәтлек менән биҙә, Балҡышҡа һәм күркәмлеккә сорнал.
«Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?
Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм.
Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Әйүп ҡатынына: – Шыр тиле бисәләр һымаҡ һөйләнеп тораһың. Алланан яҡшыны ғына ҡабул итеп, ямандарын алмайыҡмы? – тип яуап ҡайтарҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүптең ауыҙынан гонаһ һүҙ сыҡманы.
Хаҡ һүҙҙәр әрнеткес була! Тик ғәйепләүегеҙҙең асылы нимәлә һуң?
«Аҡыллы ир елдән килгән белем менән яуап ҡайтарырмы? Ҡорһағын көйҙөргөс ел менән тултырырмы?
Буш һүҙҙәрегеҙгә сик булырмы? Ниңә шул тиклем үрәпсейһегеҙ – Ауыртҡан урынығыҙға тейҙемме?