25 Хаҡ һүҙҙәр әрнеткес була! Тик ғәйепләүегеҙҙең асылы нимәлә һуң?
Урыны-еренә әйтелгән һүҙҙәр – көмөш һауыттағы алтын алма.
Үлем менән йәшәү – телдең хөкөмөндә, телгә оҫталар уның емеше менән туйына.
Мәкерле һүҙ ҡылыс ише яралай, аҡыллының һүҙе дауалай.
Әйүпте ғәйепләһәләр ҙә, уға яуап таба алмағандары өсөн, Әлиһу Әйүптең өс дуҫына ла асыуланды.
Улай түгелме? Кем әйткәндәремде ялған тиер? Кем һүҙҙәремде бушҡа сығарыр?»
Ниңә кәрәк миңә юҡ-бар йыуатыуҙарығыҙ? Яуаптарығыҙ бит тотош ялған».
Әгәр ауыҙығыҙҙы йомһағыҙ, Был, исмаһам, аҡыл булыр ине.
Йығылғанды һүҙең менән торғоҙҙоң, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығындырҙың.
Әйҙә, аңлатығыҙ – мин тынырмын, Нимәлә яңылыштым – күрһәтеп бирегеҙ.
Нишләп һеҙ һүҙҙәремә бәйләнәһегеҙ? Өмөтө өҙөлгәндең әйткәнен Иҫкән елгә тиңләйһегеҙ?
Асылда, быны һәр берегеҙ күрҙе, Шулай булғас ниңә буш һүҙ һөйләйһегеҙ?
Кеше дөрөҫ яуап бирһә – шатлыҡ; һүҙҙең урынлы әйтелгәне яҡшы!