22 Әллә әйттемме: „Миңә бирегеҙ! Малығыҙҙан минең өсөн түләгеҙ!
Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым.
Әйүптең бөтә ағай-энеләре менән апай-һеңлеләре, элекке таныштарының барыһы ла уға килде һәм уның өйөндә ашаны-эсте, Раббы күндергән бәлә-ҡазалар өсөн йыуатты, һәр береһе берәр кесита көмөш һәм берәр алтын алҡа бүләк итте.
Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.
Инде һеҙ ҙә минең өсөн шул булдығыҙ: Хәлемде күрҙегеҙ ҙә ҡурҡып ҡалдығыҙ.
Дошмандың ҡулынан ҡотҡарығыҙ, Йолом түләп, залимдар ҡулынан азат итегеҙ“, – тинемме?