Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 6:21 - Изге Яҙма

21 Инде һеҙ ҙә минең өсөн шул булдығыҙ: Хәлемде күрҙегеҙ ҙә ҡурҡып ҡалдығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 6:21
16 Referencias Cruzadas  

Зинһар, туҡта мине язалауҙан, Йоҙроғоңдоң көсөнән мин бөтөп барам.


Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын.


Әммә быларҙың бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.


Юл ыңғайы Ғайса уларға: – Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, шунда көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.


«Дауаланыҡ беҙ Бабилды, әммә һауыҡманы. Ташлағыҙ уны, Һәр беребеҙ үҙ илебеҙгә ҡайтайыҡ. Сөнки уға сығарылған хөкөм күккә етте, Болоттарға тиклем күтәрелде».


Ғүмере танау тишегендәге һулыш ҡына булған Әҙәм балаһына өмөт бағлауҙан төңөл. Уның ниндәй ҡиммәте бар?


Ярлыны хатта туғаны ла яратмаҫ, дуҫ тигәне лә унан ситләшер: һөйләшәм тип ашығып барһа – улар юҡ!


Минең күңелем Һиңә яғыла, Һинең уң ҡулың мине ныҡ тота.


Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ, Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ.


Тик минең дуҫтарым ышанысһыҙ, Шарлап ағып ятҡан йырғанаҡтай.


Әллә әйттемме: „Миңә бирегеҙ! Малығыҙҙан минең өсөн түләгеҙ!


Яҡын дуҫтарым минән сикәнә, Иң яратҡан кешеләрем йөҙ сөйөрә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios