10 Был миңә йыуаныс булыр – Аяуһыҙ ғазапҡа ҡарамаҫтан, һөйөнөр инем, Сөнки Изге булғандың һүҙҙәрен инҡар итмәнем.
Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.
Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.
– Бөтә Исраил йәмғиәтенә иғлан ит, әйт уларға: изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббы изгемен.
Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтә яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлай.
Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:
Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?
Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.
Һеҙгә файҙалы булырҙай бер нәмәне лә бәйән итмәй ҡалдырманым, һеҙҙе халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәттем.
Алла – Темандан, Изге Зат Паран тауынан килде. Села Бөйөклөгө ҡапланы күктәрҙе, Уның шөһрәте ерҙе тултырҙы.
Йә Раббы, изге Аллам, Әүәл-әүәлдән бирле булған Һин түгелме ни? Беҙ үлмәйәсәкбеҙ! Йә Раббы, беҙҙе язалар өсөн Һин халдейҙарҙы һайланың! Ҡаям минең, хөкөмөңдө ғәмәлгә ашырыр өсөн Һин уларҙы көсләндерҙең!
Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам, Әфраимды йәнә харап итмәм, Сөнки Мин Алламын, кеше түгел, Һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен – Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм.
Тыңла Уның ауыҙынан сыҡҡан өгөт-нәсихәтте, Әйткән һүҙҙәрен гел күңелеңдә йөрөт.
Үҙән тупрағы мамыҡтай булыр, Иҫәпһеҙ халыҡ алдынан, Һанһыҙ артынан оҙатып барыр.
Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?
Ҡәбер ситенә килеп баҫһалар, ҡыуанырҙар, Шатланып бөтә алмаҫтар ине.
Изгелектә Раббыға тиңе юҡ, Эйе, Һинең кеүек һис кем юҡ, йә Раббы! Аллабыҙ кеүек һыйыныр ҡаябыҙ юҡ.
Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.
Аллаға: „Инанысым дөрөҫ, Һинең күҙеңдә мин пакмын“, – тиһең.
Әллә һиңә Алланың биргән йыуаныстары, Әйткән яғымлы һүҙҙәре аҙ булдымы?
Мин фәҡәт Уның аҙымдарынан барҙым, Уның юлын тоттом, ситкә атламаным.