19 Алты тапҡыр бәләгә ҡалһаң – ҡотҡарыр, Етенсеһендә лә һиңә зыян теймәҫ.
Бинахаҡҡа мине дошман күргәндәр, Ғәйепһеҙҙән миңә нәфрәт тотҡандар, Бер-береһенә күҙ ҡыҫып, тантана итә алмаһын.
Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.
тәҡүә кеше ете йығылып, ете торор, залимдар йығылыр ҙа харап булыр.
Шулай итеп, Раббы Үҙенә тоғроларҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә ғәҙелһеҙҙәрҙе хөкөм көнөндә биреләсәк язаға нисек һаҡларға икәнен белә.
Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ.
Эй батша, табынған Аллабыҙ беҙҙе ҡотҡара алһа, Ул беҙҙе ҡыҙған мейестән дә, һинең ҡулыңдан да ҡотҡарыр.
Шунан батша Даниилды алып килергә һәм соҡорға арыҫландар янына ташларға бойорҙо. Ул Даниилға: – Һине үҙең арыу-талыуһыҙ табынған Аллаң ҡотҡара күрһен! – тине.
Сөнки улар именлек өсөн тырышмай, Илдәге тыныс кешеләргә ҡаршы мәкер туплай.
Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.
Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә, Ул ете нәмәнән ерәнә. Былар:
Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.
Әммә ул көндө һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡурҡҡан кешеләреңдең ҡулына эләкмәҫһең.
Ул: – Ә мин ут араһында бәйләнмәгән дүрт кешенең имен-аман йөрөгәнен күрәм; дүртенсеһе ҡиәфәте менән илаһҡа оҡшағандай, – тине.
Таш килтереп, соҡорҙоң ауыҙын томаланылар. Даниилға ҡарата нисек ҡарар ителгән, шулай булһын өсөн батша ташҡа үҙенең һәм вәзир-бәктәренең мөһөр йөҙөктәре менән тамға һалды.