17 Алла нәсихәт биргәндәр ни ҡәҙәр бәхетле! Һин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тәрбиәһенән баш тартма.
Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.
Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.
Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.
Әфраимдың хәсрәтләнгәнен ишетәм: „Еккегә өйрәтелмәгән башмаҡ һымаҡ инем, Һин миңә һабаҡ бирҙең – мин аҡылға ултырҙым. Ҡайтарһаңсы – мин ҡайтайым, Һин – Раббы, минең Алламһың.
Әгәр Аллаға табан ихласлап боролһаң, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббыға ялбарһаң,
Әгәр ҙә йөрәгеңде Аллаға бағышлаһаң, Ҡулдарыңды Уға табан һонһаң,
Әллә һиңә Алланың биргән йыуаныстары, Әйткән яғымлы һүҙҙәре аҙ булдымы?
Әммә Алла ғазапланғандарҙы ғазап аша ҡотҡарыр, Иҙелгәндәрҙең ҡолағын бәлә менән асыр.
Һине лә хәсрәт тырнағынан ҡотҡарыр, Ҡыҫындан иркенлеккә сығарыр ине, Өҫтәлең һый менән тулы булыр ине.
Күңелеңдән шуны бел, кеше үҙ балаһына нисек тәрбиә бирә, Аллаң Раббы ла һине шулай тәрбиәләй.
Күҙҙәремде ас, ҡануныңдың Мөғжизәләрен күрәйем.