Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 5:14 - Изге Яҙма

14 Улар көпә-көндөҙ ҡараңғыға сумыр, Төш мәлендә, төндәге һымаҡ, Ҡапшанып йөрөргә дусар булыр.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 5:14
13 Referencias Cruzadas  

Ҡараңғыла ҡапшанып йөрөрҙәр, яҡтылыҡ күрмәҫтәр, Иҫерек шикелле сайҡалырҙар.


Һуҡыр һымаҡ диуарға тотоноп, Күҙһеҙ кеүек һәрмәнеп йөрөйбөҙ. Төшлөктә эңерҙәгеләй һөрөнәбеҙ, Һау-сәләмәттәр араһында – үлекбеҙ.


Һуҡыр кеше кеүек көпә-көндөҙ һәрмәнеп йөрөрһөгөҙ. Бер эшегеҙ ҙә уң булмаҫ. Һеҙҙе һәр саҡ ҡыҫырыҡларҙар, рәнйетерҙәр, әммә яҡлаусы булмаҫ.


Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ, нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй.


Шул сағында, – тип белдерә Раббы Хаким, – Төш мәлендә ҡояшты байытам, Яҡты көндө төнгә әйләндерәм.


Ҡараңғылыҡтан ҡасып ҡотола алмаҫ, Үҫентеләрен ут-ялҡын ялмап өтөр, Алланың һулышынан ул юҡҡа сығыр.


Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.


Хазиналарын ҡараңғылыҡ һағалап ятыр, Һис кем яҡмаған ут ялмап йотор, Сатырында тороп ҡалғанын да аяп тормаҫ.


Шуға күҙеңде ҡараңғылыҡ томалай, Ташҡын һыуҙары башыңдан ашҡан.


Яҡтылыҡҡа ҡаршы баш күтәргәндәр бар, Улар нурлы юлды танымайҙар, Нур юлы алып барған яҡҡа бармайҙар.


Ә яуыздарҙан яҡтылыҡ тартып алына, Күтәрелгән ҡулдары һындырыла.


Раббы Мусаға: – Ҡулыңды күккә күтәр, – тине. – Шул саҡ бөтә Мысыр ерен ҡараңғылыҡ ҡаплар, күҙгә төртһәң, күренмәҫлек булыр.


Муса ҡулын күккә күтәрҙе – өс көнгә тотош Мысыр еренә ҡуйы ҡараңғылыҡ ятты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios