Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 42:11 - Изге Яҙма

11 Әйүптең бөтә ағай-энеләре менән апай-һеңлеләре, элекке таныштарының барыһы ла уға килде һәм уның өйөндә ашаны-эсте, Раббы күндергән бәлә-ҡазалар өсөн йыуатты, һәр береһе берәр кесита көмөш һәм берәр алтын алҡа бүләк итте.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 42:11
18 Referencias Cruzadas  

Әйүптең башына төшкән бөтә был бәлә-ҡазалар тураһында уның өс дуҫы – Темандан Әлифаз, Шуахтан Билдад, Нағаманан Софар – ишеттеләр ҙә йәшәгән урындарынан юлға сығып, бер урында осраштылар. Улар Әйүптең ҡайғыһын уртаҡлашыу һәм йыуатыу ниәте менән уны күрмәксе булдылар.


Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.


Дөйәләре һыу эсеп туйғас, ул ҡыҙға ярты шекел ауырлыҡтағы танау алҡаһы, ун шекел ауырлығындағы ике алтын беләҙек бүләк итте.


Шуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм көсһөҙләнгән тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ


Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ. Аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки һеҙҙең тәнегеҙ ҙә ауыртыуҙы тоя.


Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе ҡәҙерләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.


Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


Ҡоро һүҙ менән йыуатыр, Юҡ-бар менән ҡеүәтләгән булыр инем.


Йығылғанды һүҙең менән торғоҙҙоң, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығындырҙың.


Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.


Исраилдар Йософтоң Мысырҙан алып сыҡҡан һөйәктәрен Шәхәмдә, Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан Яҡуп йөҙ ҡыситаға һатып алған һәм Йософ нәҫелдәренең биләмәһенә әүерелгән урында, дәфен ҡылдылар.


Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.


Шунан ул Рабиғаға алтын-көмөш биҙәүестәр, зиннәтле кейемдәр сығарып бирҙе, шулай уҡ уның ҡустыһы менән әсәһенә лә затлы бүләктәр өләште.


Ҡустыларының вафаты айҡанлы Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп кенә йәһүдтәр килгәйне.


Ярлыны яҡындары ла ят күрә, байҙың дуҫтары күп була.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios