10 Әйүп дуҫтары хаҡына доға ҡылғандан һуң, Раббы уға мул тормошон элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға арттырып кире ҡайтарып бирҙе.
Аллағыҙ Раббы, мәрхәмәт күрһәтеп, әсирлектән ҡайтарыр, һеҙҙе таратҡан ҡәүемдәр араһынан ҡабат йыйып алыр.
Йәрүсәлим менән яғымлы һөйләшегеҙ! Әсирлек дәүеренең бөткәнен, Ғәйептәренең әжере түләнгәнен, Гонаһтары өсөн язаны Раббы ҡулынан Икеләтә алғанын белдерегеҙ».
Кисергән мәсхәрә урынына – ике тапҡырға күберәк фатиха, Хурлығығыҙ урынына өлөшөгөҙҙө алып ҡыуанырһығыҙ, Шуға үҙ ерегеҙҙә ике тапҡырға мулыраҡ алырһығыҙ; Мәңгелек шатлыҡҡа эйә булырһығыҙ.
Тыйнаҡлыҡ һәм Раббынан ҡурҡыуҙың нәтижәһе – байлыҡ, хөрмәт, имен тормош.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Сөләймәндең йыры. Әгәр йортто Раббы һалдырмаһа, Төҙөүселәр юҡҡа тырыша. Әгәр ҡаланы Раббы һаҡламаһа, Һаҡсының уяу тороуы бушҡа.
Быларҙың барыһын да Минең ҡулдарым бар ҡылманымы ни?»
Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.
«Көмөш – Минеке, алтын – Минеке, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Раббы Һарунға ла бик ныҡ асыуланды, уны ла һәләк итергә теләне. Әммә мин Һарун өсөн дә ялбарҙым.
Шунан Муса Раббыға: – Эй Аллам, ялбарам һиңә, уны һауыҡтыр! – тип ялбарҙы.
«Раббы бер Муса аша ғына һөйләшәме ни? Беҙҙең аша ла һөйләшмәнеме ни Раббы?» – тине улар. Раббы быны ишетте.
Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.
Амасъяһ Алла бәндәһенән: – Исраил ғәскәренә биргән йөҙ талант менән нишләргә һуң? – тип һорай. Алла бәндәһе: – Раббы һиңә унан да күпте бирә ала, – тип яуаплай.
Шул саҡ бай: «Эй ата, улай булғас, зинһар өсөн, Әлғазарҙы атайымдың өйөнә ебәр.
Раббы ярлыландырыр ҙа, байытыр ҙа, Түбән дә төшөрөр, күтәрер ҙә.
Аллаң Раббыны иҫеңдә тот, сөнки Ул һиңә байлыҡ табырға көс бирә – ата-бабаларың менән антлашып төҙөгән килешеүҙе шул рәүешле Ул бөгөнгәсә үтәп килә.
Ибраһим Аллаға доға ҡылды, Алла Авимәләхте, уның ҡатынын һәм ҡолиәләрен һауыҡтырҙы, ҡатындар тағы бала таба башланы.
Бөтә йәмғиәт уларҙы таш менән бәргесләп үлтереүҙе талап итеп ярһыны. Әммә шул саҡ Раббының шөһрәте Осрашыу сатырында бөтә исраилдарға күренде.
Әммә Алла миңә ярҙам итер, Бөйөк Хаким йәнемә таяныс булыр.
Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.
Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.
Уның ете улы, өс ҡыҙы бар ине.
Шунан Темандан килгән Әлифаз, Шуах кешеһе Билдад, Нағамандан килгән Софар Раббы ҡушҡанса эшләнеләр. Раббы Әйүптең доғаһын ҡабул итте.