3 Кем Миңә берәй нәмә бирҙе лә Мин уға бурыслы булып ҡалдым? Күктәр аҫтындағы бар нәмә – Минеке.
Улар әүлиәләргә: «Инде күренмештәр күрмәгеҙ», – тиҙәр. Улар пәйғәмбәрҙәргә: «Беҙгә дөрөҫ күренмештәр кәрәкмәй, Ишеткебеҙ килгәнде генә һөйләгеҙ. Уйҙырма күренмештәр генә еткерегеҙ, – тиҙәр, –
Сабырлыҡ хакимды ла ышандыра, йомшаҡ тел һөйәкте лә һындыра.
Ярлы ялбарып һорар, бай тупаҫ яуаплар.
Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.
Уны ҡуҙғатырға йөрәге еткән кеше юҡ. Шулай булғас кем Минең ҡаршымда тора алыр?
Ливъяҫандың аяҡтары, көсө, Кәүҙәһенең мөһабәтлеге хаҡында Өндәшмәйенсә ҡала алмайым.
Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке;
Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!
«Көмөш – Минеке, алтын – Минеке, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –