8 Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.
Әлбиттә, юҡ. Һәр кеше алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ғәйепләү һүҙҙәрең хаҡлы, хөкөмләшкәндә Һин еңерһең».
Үлем менән килешеүегеҙ боҙолор, Үлектәр донъяһы менән ҡуйышҡан һүҙегеҙ емерелер. Һәләкәтле ташҡын аша үтер, һеҙҙе бәреп йығыр:
Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы.
Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?
Элекке бойороҡ, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, ғәмәлдән сығарыла,
Шуны әйтергә теләйем: боронғо заманда уҡ Алла тарафынан Ибраһим менән төҙөп раҫланған килешеүҙе дүрт йөҙ утыҙ йылдан һуң сыҡҡан ҡанун ғәмәлдән сығара ла, вәғәҙәне кире ала ла алмай.
Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡарарын кем боҙа алыр? Һуҙған ҡулын кем туҡтатып ҡалыр?
Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй, Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш.
Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең.
Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем. Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм.
Алла мине залимдар ихтыярына бирҙе, Яуыздарҙың ҡулына ташланы.
Белегеҙ, Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды, Һәр тарафтан ауы менән сорнап алды.
Ғәҙеллектең дошманы идара итә аламы? Хаҡлыҡ һәм ҡөҙрәт Эйәһен хөкөм итмәксеһеңме?
Үҙен Бар ҡылған менән әрепләшкәндең башына ҡайғы! Көршәк ватыҡтары араһында үҙе лә көршәк ярсығы булғанға ҡайғы! Көршәксегә балсыҡ: «Һин нимә яһайһың?» – тип әйтерме? Үҙ ҡулыңдың эше: «Ҡайһылай килбәтһеҙһең!» – тиерме?
Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине.
Дәғүәңде иҫемә төшөр, хөкөмләшәйек; Үҙеңдең хаҡлығыңды иҫбат ит, һөйлә!