22 Һиңә ҡабат-ҡабат ялбарырмы? Йомшаҡ һүҙҙәр менән өндәшерме?
Ошо ерҙең орлоғон алып, уңдырышлы тупраҡҡа сәсте, уны тал ботағы һымаҡ ағын һыу буйына ултыртты.
Шуға күрә халыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ әйберҙәрен Талдар үҙәненең аръяғына ташый.
Тәүге көндө иң матур ағастарҙың ботаҡтарын, хөрмә япраҡтарын, йылға талының һәм суҡ япраҡлы ағастарҙың ботаҡтарын алығыҙ ҙа ете көн буйы Аллағыҙ Раббының хозурында күңел асығыҙ.
Моронона дүңгәләк кейҙереп, Яңаҡ һөйәген ырғаҡ менән тишә алаһыңмы?
Һинең менән килешеү төҙөрмө? Һиңә мәңге ҡол булырға вәғәҙә бирерме?
Улар үлән араһында, Ағын һыу буйында үҫкән Тирәк һымаҡ тамыр йәйер.