Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 40:12 - Изге Яҙма

12 Ҡойроғо кедр ағасы кеүек, Янбашындағы һеңерҙәре бергә үрелгән.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 40:12
20 Referencias Cruzadas  

«Һыҡҡыста йөҙөмдө бер яңғыҙым һыҡтым; Янымда халыҡтарҙан һис кем юҡ ине. Асыу менән тапаным уларҙы, Дәһшәтләнеп-ярһып тапаланым. Ҡандары кейемемә сәсрәне; Бөтөн өҫ-башымды бысратты.


Залим әҙәмдәрҙе тапарһығыҙ. Мин тәғәйен иткән көндә улар һеҙҙең аяҡ аҫтығыҙҙа тупраҡ булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Бергә улар һуғыштағы ҡаһармандар һымаҡ, Дошмандарын урам балсығында һалып тапар. Раббы улар менән булған өсөн һуғышырҙар, Дошман һыбайлыларын оятҡа ҡалдырырҙар.


Әйтер Раббы: «Донъяны – яуызлығына күрә, Ямандарҙы ғәйептәре өсөн язалайым. Тәкәбберҙәрҙең ғорурлығына сик ҡуям, Аяуһыҙҙарҙың эрелеген түбәнһетәм.


Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.


Болот тулышҡас, ергә ямғыр яуҙыра; әгәр ағас көньяҡҡа йәки төньяҡҡа ауһа, ҡайҙа ауған, шул урында ҡала.


Раббы тәкәбберҙең йортон емерер, тол ҡатындың биләмәһен һаҡлар.


Халыҡтарҙың ер йөҙөнән Юҡ ителәсәк төнөн теләмә.


Раббы ярлыландырыр ҙа, байытыр ҙа, Түбән дә төшөрөр, күтәрер ҙә.


Именлек Аллаһы тиҙҙән Иблисте аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ул көн Бөтә һауалы, юғары, ғорурҙарҙы түбәнһетер.


Һине дәрәжәле вазифаңдан бушатырмын, Ултырған урыныңдан төшөрөрмөн.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡабул ҡылды был ҡарарҙы: Тирҙың күркәмлеге менән тәкәбберлеге хур булһын, Бөтә донъяла хөрмәт ҡаҙанғандар түбәнһетелһен!


Моавтың ғорурлығы, Самаһыҙ мәғрурлығы хаҡында ишеттек; Текә, тәкәббер, маҡтансыҡлығын, Үҙен артыҡ юғары ҡуйыуын ишеттек беҙ.


Шуға күрә, эй батшам, минең кәңәшемә ҡолаҡ һала күр: үҙеңдең гонаһтарыңды – изге эштәр менән, ғәҙелһеҙлегеңде фәҡирҙәргә рәхимлегең менән төҙәт. Шулай итһәң, бәлки, хозур тормошта көн күреүең оҙаҡ дауам итер.


Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде.


Алдына баҫайыҡ шөкөрана ҡылып; Шатлыҡлы йырыбыҙҙы бағышлайыҡ!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios