11 Ҡара, боттары ниндәй ҡеүәтле, Ҡорһағының мускулдары көслө.
Әҙәмдәрҙең – ғорурлығы, Бәндәнең тәкәбберлеге түбәнһетеләсәк. Ул көндө бары тик Раббы юғары күтәреләсәк.
Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.
Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән.
Һеҙгә әйтәм, фарисей түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән. Сөнки үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.
– Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ.
– Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти: «Һин тәкәбберләнеп киттең: „Мин – алламын, Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында Алла тәхетендә ултырам“, – тинең. Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаһаң да, Һин алла түгел, әҙәмһең.
Шуға күрә Ул өҫтәренә ялҡынлы асыуын, Һуғыш дәһшәтен түкте; Ут уларҙы солғап алды, Әммә улар аңламаны. Ялҡын яндырҙы, Тик улар төшөнөргә теләмәне.
Тетрәткес ғәмәлдәреңдең ҡөҙрәте тураһында һөйләйҙәр, Мин дә бөйөклөгөңдө иғлан итермен.
Ул ҡасып маташыр, әммә дауыл Уға ҡотолорға ирек бирмәҫ.
Ҡарынымды тултырҙым тигәндә, Алла уға утлы нәфрәтен ебәрер, Өҫтөнә ғазап яуҙырыр.
Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.
Хәҙер инде мин беләм: Раббы барлыҡ илаһтарҙан өҫтөнөрәк, Ул быларҙы мысырҙар Исраил халҡы менән тәкәббер ҡыланғанға эшләне.
Йә Раббы! Һинең уң ҡулың көсө менән дан ҡаҙанды. Йә Раббы! Һинең уң ҡулың дошмандарҙың юлын киҫте.
Улар Алланың һулышынан юҡ була, Нәфрәтенең еле уларҙы һепереп түгә.
Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала, Раббының асыу көнө уны урап үтә.
Һине дәрәжәле вазифаңдан бушатырмын, Ултырған урыныңдан төшөрөрмөн.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡабул ҡылды был ҡарарҙы: Тирҙың күркәмлеге менән тәкәбберлеге хур булһын, Бөтә донъяла хөрмәт ҡаҙанғандар түбәнһетелһен!
Ул батып барған кешеләй Бар көсө менән сығырға маташһа ла, Ҡулын һуҙыуҙан һис файҙа булмаҫ, Раббы уның ғорурлығын түбәнһетер.
Ул бейектә йәшәгәндәрҙе йығыр, Юғарылағы ҡаланы ҡолатыр. Уны ер менән тигеҙләр, саңға батырыр.
Моавтың ғорурлығы, Самаһыҙ мәғрурлығы хаҡында ишеттек; Текә, тәкәббер, маҡтансыҡлығын, Үҙен артыҡ юғары ҡуйыуын ишеттек беҙ.
Шуға күрә, эй батшам, минең кәңәшемә ҡолаҡ һала күр: үҙеңдең гонаһтарыңды – изге эштәр менән, ғәҙелһеҙлегеңде фәҡирҙәргә рәхимлегең менән төҙәт. Шулай итһәң, бәлки, хозур тормошта көн күреүең оҙаҡ дауам итер.
Һыуҙан баҫтырып Ниневене юҡ итәсәк, Дошмандарын ҡараңғыға ырғытасаҡ Раббы.
Ул тауҙарҙы һис бер киҫәтеүһеҙ урындарынан күсерер, Асыуынан аҫтын-өҫкә әйләндерер.
Алдына баҫайыҡ шөкөрана ҡылып; Шатлыҡлы йырыбыҙҙы бағышлайыҡ!