10 Бына бегемот. Уны ла һинең кеүек үк Мин бар ҡылдым. Ул үгеҙ шикелле үлән ашай.
Йә Раббы, эй үс алыусы Алла! Үс алыусы Алла, сәс нурыңды!
Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.
Ул дөрөҫлөктө һарайта итеп кейҙе, Ҡотолоу торҡаһын башына һалды, Үслек ябынсаһына уранды, Ярһыуына япма һымаҡ төрөндө.
Был фани, үлемле тән мәңгелек, үлемһеҙ тәнгә әйләнгәс, Изге Яҙмалағы: «Еңеү үлемде йотоп юҡ иткән була».
Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.
Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк.
Дауыт Баҫ-Шевағ менән булғандан һуң, уға пәйғәмбәр Наҫан килеп киткәс.
Һиңә инанды аталарыбыҙ, Ышандылар – Һин уларҙы азат ҡылдың.
Атҡа көстө һин бирҙеңме, Уның муйынына ялын таҡҡан һинһеңме?
Эй Раббыбыҙ, Бөйөклөк тә, ҡөҙрәт тә, шөһрәт тә, Еңеү ҙә, күркәмлек тә Һинеке! Күктәге лә, ерҙәге бар нәмә лә Һинеке! Батшалыҡ Һинеке, Раббы, Һин барыһынан да өҫтөн Хаким!
Ағайың Һарунға мөһабәт һәм күркәм ҡиәфәт бирә торған изге кейемдәр әҙерлә.