Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 4:21 - Изге Яҙма

21 Тәндәренең бер һеңере тартып алынһа, Аҡыл-зирәклеккә ирешмәйенсә үлеп китәләр“.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 4:21
15 Referencias Cruzadas  

Тыңламаһалар, ҡылыстан һәләк булырҙар, Аҡыл ҡаҙанмай үлеп китерҙәр.


Дошмандарың мәсхәрәгә ҡалыр, Яуыздарҙың сатыры юҡҡа сығыр».


Ҡояш сығып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм бар матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында һүнеп ҡала.


Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.


Һине күргән һәр кем, текләп ҡарап, былай уйлар: „Ер һелкетеп, батшалыҡтарҙы дер ҡалтыратып торған, Донъяны бушлыҡҡа әйләндереп, ҡалаларҙы ергә тигеҙләгән, Әсирҙәрҙе өйҙәренә ҡайтармаған әҙәм ошомо инде?“


Ғүмере танау тишегендәге һулыш ҡына булған Әҙәм балаһына өмөт бағлауҙан төңөл. Уның ниндәй ҡиммәте бар?


Ултыраһың да туғаныңа ҡаршы һөйләйһең, Әсәйеңдең улына ҡара яғаһың.


Һин Аллаға шөкөр ҡорбаны бир, Юғарыларҙан Юғарыға әйткән нәҙерҙәреңде үтә.


Күңелемдә йәшермәнем хаҡлығыңды, Тоғролоғоң, ҡотҡарыуың хаҡында һөйләнем, Тоғролоҡ менән мөхәббәтеңде Бөйөк йыйындан мин йәшермәнем.


Раббыға өмөт бағлаған, Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған, Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған Кеше ни тиклем бәхетле!


Яуыздарҙың торлағы менән шул булыр, Тәҡдире шундай аллаһыҙҙарҙың».


тәрбиәһеҙлеге арҡаһында харап була, аҙғын ахмаҡлығы башына етә.


Хикмәт йәштә түгел. Ғәҙеллекте аңлау тик ҡарттарға ғына бирелмәгән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios