20 Ғүмерҙәре иртәнән кискә тиклем дә бармай, Абайламай ҙа ҡалаһың – юҡҡа сыға.
Үҙенең тиҙәге кеүек сереп юҡҡа сығыр, Уны күргәндәр: „Ҡайҙа ул?“ – тиер.
Иманлының иҫтәлеге мөбәрәк булыр, яуыздың исеме тиҙ онотолор.
Сөнки иҫәпһеҙ-һанһыҙ бәләләр солғап алды, Гонаһтарым, ҡыуып етеп, күҙ алдымды томаланы, Башымдағы сәсемдән дә күптәр улар. Бер ниндәй сараһыҙ тороп ҡалдым.
Исеме донъяла онотолор, Урамдарҙа бер кем дә иҫенә алмаҫ.
Һанаулы йылдар бит бик тиҙ үтер – Кире ҡайтып булмаҫ юлға сығасаҡмын.
Бер мәл уны тамам еңәһең дә ул китә; Ҡиәфәтен үҙгәртәһең дә ебәрәһең.
Әммә үлгән кеше ҡабат терелерме? – Нәүбәт көндәрем үткәнгә тиклем Ҡотолоу килгәнде көтөр инем.
Сәскә кеүек асыла ла һулый, Күләгәләй елеп уҙа ла юғала.
Утыҙ ике йәшендә тәхеткә ултырған Йеһорам Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл батшалыҡ итә, ул мәрхүм булғас, илаусы-һыҡтаусы табылмай. Уны Дауыт ҡалаһында дәфен ҡылһалар ҙа, батшалар төрбәһенә ҡуймайҙар.
Бер халыҡ икенсе халыҡты юҡ итте, бер ҡала икенсе ҡаланы емерҙе, сөнки Алла төрлө хәтәрҙәр менән уларҙы хафаға һалды.