Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 4:14 - Изге Яҙма

14 Дәһшәт солғап алды мине, ҡалтырандым, Ҡурҡыу елегемә тиклем үтеп инде.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 4:14
11 Referencias Cruzadas  

Мин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы,


Ҡаты ауырыу түшәккә йығып һабаҡ бирә, Һөйәктәрен һыҙландырып, аҡылға ултырта.


Мәрйәм, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аптырап ҡалды һәм уларҙың мәғәнәһенә төшөнөргә тырышты.


Уны күргәс, Зәкәрьяһ ҡаушап ҡалды һәм уны ҡурҡыу солғап алды.


Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне, Тауышыңдан ирен дерелдәне, Һөйәктәрем иреп төштө, Тубыҡтарым ҡалтыраны. Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө Мин сабыр ғына көтөрмөн.


Ул миңә: – Даниил, Алланың һөйөклөһө! Мин әйткәнде төшөнөргә тырыш. Тор, мин һинең яныңа ебәрелдем, – тине. Ул миңә шулай тине лә мин ҡалтырана-ҡалтырана аяғыма баҫтым.


– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.


Һин төшөмдә мине ҡурҡытаһың, Һаташтырып ҡотомдо алаһың.


Тынғыһыҙ төнгө һаташыуҙар ҡосағында булғанда, Кеше тәрән йоҡоға талған заманда,


Бер рухтың еле йөҙөмә тейеп үтте – Хатта тәндә ҡош йөндәрем ҡалҡты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios