12 Йәшерен һүҙ ишетелде миңә, Ҡолағыма бышылдау сағылды.
Былар – Уның ғәмәлдәренең тик аҙы ғына! Уның хаҡында ишеткәнебеҙ, гүйә, тик бышылдау. Ә Уның ҡөҙрәтле күкрәүен кем аңлай ала?»
Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.
Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар.
Төштә, төнгө күренмештә, Кешене тәрән йоҡо баҫҡанда, Түшәктә серем итеп ятҡанда,
Быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәрем күрҙе, Ҡолаҡтарым ишетеп аңланы.