6 Уларға төйәк итеп Мин даланы, Торлаҡ итеп тоҙло ерҙе бирҙем.
Ул далалағы сәнскәк кеүек булыр, Яҡшылыҡтың килгәнен күрмәҫ. Сүлдәге ташлы ерҙәрҙә, Тоҙло тупраҡта, кешеһеҙ урында ғүмер һөрөр.
Дәртенә сыҙаша алмай Елде еҫкәгән ҡырағай ишәкте кем тыя алһын? Ата ишәк уны эҙләп тә йонсомаҫ: Өйөккән айында уны табыу ҡыйын түгел.
Мохтаждар, ҡырағай ишәктәр кеүек, Ризыҡ эҙләп сүллек, ҡоро дала гиҙә; Башҡа нисек балаларын туйындырһын?
бөтә ер яна, көкөрт һәм тоҙ менән үртәлә, иген игелмәй, тупраҡ һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә, хатта үлән дә үҫмәй. Ил Раббының асыуы менән юҡ ителгән Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим ҡалалары кеүек булған.
Башы һуҡҡан яҡҡа барған ҡырағай ишәк шикелле Ул Ашшур тарафына йүнәлде. Әфраим үҙенә уйнаштарҙы аҡса биреп һатып алды.
Әммә һаҙлыҡтар һәм батҡыл урындар сөсөләнмәҫ, улар тоҙ сығарыу өсөн ҡалыр.
Ҡалаларҙағы шау-шыуҙан йыраҡ улар, Ҡыуалаусының аҡырғанын ишетмәй.
Ҡырағай ишәктәр, ҡаҡ түбәгә баҫып, Сүл бүреһе кеүек йыш-йыш һулыш ала; Уларҙың күҙҙәре тонған, Сөнки бер ҡабым үлән ҡалмаған».