25 Борғо ҡысҡыртыуға – кешнәп ебәрә. Алыҫтан уҡ алыш еҫен тоя, Ғәскәр башлыҡтарының һөрәнен, Яу оранын ишетә.
Раббы Хаким былай ти: „Дошман һеҙҙең хаҡта: әһә, мәңгелек түбәләр беҙҙең мөлкәтебеҙ булды, тип әйтә“».
– Эй әҙәм улы! Йәрүсәлим тураһында Тир ҡалаһы: «Әһә, әһә! Халыҡтар ҡапҡаһы булған ҡала емерелде, ҡапҡалары миңә асылды. Инде ул бушап ҡалғанда, мин байып китәсәкмен», – тигәйне.
Миңә һыйыныр ҡая бул. Ҡаям да Һин, ҡәлғәм дә Һин, Мине ҡотҡарырға бойор!
Ажарынан ул ерҙе кимерә, Борғо тауышына бейеп тора,
Ҡарсыға күктә һинең аҡылың менән кәйеләме, Ҡанат йәйеп, көньяҡҡа осамы?
«Көтөүселәргә ҡаршы асыуым ялҡынланды. Әйҙәп барған тәкәләрен язалаясаҡмын, – ти Раббы. – Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Көтөүен – Йәһүҙә халҡын – Үҙеҡайғыртыр; Уны ғорур һуғыш аты итер.