14 Туҙанда йылынып ятһын өсөн, Дөйәғош йомортҡаларын ергә ташлап китә;
Ҡанаттарын ҡыуанып ҡаға дөйәғош: Ҡыҫҡа улар – әммә ниндәй мамыҡ-ҡауырый!
Аяҡ аҫтында ярылып иҙелерен, Ҡырағай йәнлектәр тарафынан тапалырын аңламай.
Шунан ағасты утын итеп тотона. Кеше уның бер өлөшөн яғып йылына, икмәк бешерә. Икенсеһенән берәй илаһ яһап табына, Үҙе яһаған бот ҡаршыһында Йөҙтүбән ергә ҡаплана.
Хатта сүл бүреләре лә, имсәк ҡаптырып, Балаларына күкрәк һөтөн имеҙә. Ә халҡым, сүлдәге дөйәғош һымаҡ, Балаларын йәлләмәй ташлап ҡалдыра.
Тыуған яғынан айырылған кеше гүйә ояһын ташлап киткән ҡош.