13 Ҡанаттарын ҡыуанып ҡаға дөйәғош: Ҡыҫҡа улар – әммә ниндәй мамыҡ-ҡауырый!
Башымды күтәреп ҡарағайным, ел сығарып төшөп килгән ике ҡатынды күрҙем. Уларҙың ҡауҙыныҡына оҡшаған ҡанаттары бар ине. Улар һауытты ер менән күк араһына күтәрҙе.
Ә бит хатта күктәге ҡауҙы ла үҙ миҙгелен белә, Алатуба ла, ҡарлуғас та, торна ла Ваҡыт еткәс кенә ҡайта. Ә Минең халҡым үҙ Раббыһының Ҡанун-ҡағиҙәләрен белмәй.
Әммә быларҙан алда берәүҙе ебәрҙе: Был ҡоллоҡҡа һатылған Йософ ине.
Хәҙер мин сүл бүреләренә туған, Дөйәғоштарға дуҫ булып ҡалдым.
Батшаның караптары Хирам хеҙмәтселәре менән Таршишҡа йөрөп, өс йылға бер тапҡыр алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған була.
Диңгеҙҙә Хирамдың караптары менән бергә Сөләймәндең дә Таршиш караптары бар ине. Өс йылға бер тапҡыр был караптар алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған булды.
ҡауҙы, селәндең бөтә төрҙәре, һөҙһөт һәм ваҡ ярғанат.
дөйәғош, ябалаҡ, аҡсарлаҡ һәм ҡарсығаның бөтә төрҙәре,
Игенеңдең уңышын ташыуына, Ырҙыныңа илтеүенә ышанырһыңмы?
Туҙанда йылынып ятһын өсөн, Дөйәғош йомортҡаларын ергә ташлап китә;