Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 38:4 - Изге Яҙма

4 Мин ерҙең нигеҙен һалған саҡта ҡайҙа инең? Белдекле һәм зиһенле икәнһең, әйтеп бир.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 38:4
18 Referencias Cruzadas  

Эй ҡоло Ибраһимдың тоҡомо, Ул һайлап алған Яҡуп улдары, Ул ҡылған мөғжизәләрҙе, Ул биргән билдәләрҙе, Теленән төшкән хөкөм һүҙҙәрен онотмағыҙ!


Алла тағын: «Һин, Раббым, иң тәүҙә ерҙең нигеҙен ҡорҙоң, күктәр – Һинең ҡулдарыңдың эше.


Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне.


Иң башта Алла күк менән ерҙе яратты.


Раббы Үҙ юлының башланғысында һәр эшенән әүәл миңә эйә булды.


Күк һәм ер яратылышы бына шулай. Раббы Алла ер менән күкте яратҡанда,


Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.


Әллә һин әҙәм затының тәүгеһеме? Тауҙарҙан әүәл яратылдыңмы?


Кем Уға ер йөҙөн ышанып тапшырған? Кем Уны бөтә донъяға идара итергә ҡуйған?


Аҡыл алыр, хаҡлыҡҡа өйрәнер өсөн Кемдән Ул кәңәш һораған? Кем Раббыға белем биргән, Зирәклек юлын күрһәткән?


Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.


Бына Ул – тауҙарҙы ҡорған, елде бар ҡылған, Кешеләргә Үҙ ниәттәрен белдергән, Таң яҡтыһын ҡараңғыға әүерелдергән, Ерҙең армыттарынан атлаған, Исеме Уның – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы!


Елгә көс биргән сағында, Һыуҙарҙы үлсәп сик ҡуйғанында,


Раббы зирәк аҡылы менән ерҙең нигеҙен ҡорған, зирәклеге менән күкте нығытҡан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios