12-13 Ер йөҙөнөң мөйөштәренән тотһон да Өҫтөнән яуыздарҙы һелкеп ташлаһын тип Ғүмереңдә берәй таңға бойороҡ бирҙеңме, Иртәнге шәфәҡҡә урынын күрһәттеңме?
Беҙ бит кисә тыуҙыҡ, бер нәмә белмәйбеҙ, Был донъяла ғүмеребеҙ – бары тик бер күләгәлер.
Алла яҡтылыҡты – «көн», ә ҡараңғылыҡты «төн» тип атаны. Кис булды, таң атты – беренсе көн булды.
Шуға күрә беҙ пәйғәмбәрҙәр һөйләгән һүҙҙәрҙең ышаныслы булыуына тағы ла нығыраҡ инанабыҙ. Әгәр уға иғтибар бирһәгеҙ, дөрөҫ эшләйһегеҙ. Был һүҙ, көн тыуып, Мәсих – таң йондоҙо – йөрәктәребеҙҙә ҡалҡҡансы, төндә яҡтыртҡан шәмсыраҡ кеүек.
Алланың мәрхәмәт-шәфҡәте мул – беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ.
Беләһеңдер инде, һин бит шул мәлдә тыуғанһың. Ғүмерең шулай оҙондор!
Мин ерҙең нигеҙен һалған саҡта ҡайҙа инең? Белдекле һәм зиһенле икәнһең, әйтеп бир.
Әллә һин әҙәм затының тәүгеһеме? Тауҙарҙан әүәл яратылдыңмы?
Әйттем: „Ошонда тиклем киләһең, артабан сыҡмайһың. Бында туҡтар ғорур тулҡындарың“.
Өлкәр менән Орионды бар ҡылыусы, Дөм-ҡараңғыны яҡты таңға, Яҡты көндө ҡара төнгә әүерелдереүсе, Диңгеҙ һыуҙарын бергә йыйып, Ер йөҙөнә түгеүсе – Исеме Уның – Раббы!
Ҡараҡ ҡараңғыла диуарҙа ярыҡ яһай, Яҡтылыҡ тигәнде белмәй, көндөҙ боҫа.