10 Уның сиктәрен билдәләп, Арҡыры биктәр ҡуйып, ҡапҡаһын йоҙаҡланым.
Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла, үтә алмаҫ.
Һыуҙар өҫтөнә офоҡто һыҙып, Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡты сикләй.
Мин фәҡирең Раббыға ялбарҙым, Ул мине ишетте, Бөтә бәләләрҙән әрсәләне.
һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән төҙөгән килешеүемде иҫләрмен. Бөтә тереклекте һәләк итеүсе туфан һыуы башҡаса ҡалҡмаҫ.
Диңгеҙҙе мин болоттарға төрҙөм, Ҡараңғылыҡ менән биләнем.
Әйттем: „Ошонда тиклем киләһең, артабан сыҡмайһың. Бында туҡтар ғорур тулҡындарың“.
Ул һыу ташып сыҡмаһын тип, диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда, ергә нигеҙ һалған саҡта –
Муйынында ҡеүәт йәшәй, Уның алдында хатта дәһшәт тә бейеп тора.