7 Үҙе бар ҡылған кешеләр Уның эштәрен белһен тип, Барыһының ҡулын тыйып тора.
Тоҡомо Ер йөҙөндә ҡеүәт ҡаҙаныр, Намыҫлыларҙың заты фатихаланыр.
Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен.
Уларҙың мәжлестәрендә Арфа, лира, дөңгөр, флейта тауыштары! Шарап аға йылға булып! Раббының ғәмәлдәрендә эштәре юҡ, Уның ҡылғандарын күрмәйҙәр.
мин Алланың барлыҡ ғәмәлдәрен күрҙем, кешеләрҙең иһә ҡояш аҫтында башҡарылғанды тулыһынса аңлап бөтөрә алмағанына төшөндөм. Кеше күпме генә аңлайым тип тырышмаһын, барыбер төшөнмәҫ. Хатта аңлайым тигән аҡыл эйәһе лә быға ирешә алмаҫ.
Ташҡын һыуҙар гөрһөлдәүенән, Диңгеҙҙәрҙең шашҡын тулҡынынан Юғарылағы Раббы ҡөҙрәтлерәк.
Ер йөҙөнөң сиктәрендә йәшәгәндәр, Илаһи билдәләреңде күреп, ҡурҡыуға ҡалыр. Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем бар кешеләр Һиңә ҡыуаныслы йырҙар йырлар.
Алла – бөтә донъяның батшаһы, Уға бағышлап гүзәл йырҙар йырлағыҙ!
Уның йырҙарҙа маҡталған эштәрен ҙурларға онотма,
Ул йыҡҡанды һис кем торғоҙа алмаҫ, Ул әсир итһә, һис берәү азат ҡылмаҫ.
Ул бойорһа, ҡояш ҡалҡмаҫ, Йондоҙҙарҙың яҡтыһын ҡаплап, мөһөрләр.
Ҡырын эштәре барып сыҡмаһын өсөн, Мәкерлеләрҙең ниәтен боҙа.