4 Артынса тауышын күкрәтер, Мәғрур тауышы менән тетрәтер. Ауазы ишетелгәндә йәшен ялҡынын туҡтатмаҫ.
Фәҡирҙәр быны күреп ҡыуанһын, Эй Алланы эҙләгәндәр, йөрәгегеҙ йәнләнһен.
Эй Йешурун, һинең Аллаңдай юҡ! Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән һиңә ярҙамға Болотҡа атланып күктән елә.
Былар – Уның ғәмәлдәренең тик аҙы ғына! Уның хаҡында ишеткәнебеҙ, гүйә, тик бышылдау. Ә Уның ҡөҙрәтле күкрәүен кем аңлай ала?»
Тыңлағыҙ, Алланың тауышын тыңлағыҙ, Ауыҙынан сыҡҡан күкрәүҙе ишетегеҙ!
Күк аҫтында һәр тарафҡа ауаз һала, Йәшендәре ерҙең сиктәрен яҡтырта.
Хайран ҡалдырырлыҡ итеп күкрәй Алла, Беҙҙең һуш-аҡыл етмәҫлек эштәр ҡыла.
Ямғырға ҡағиҙә биргәнендә, Йәшенле дауылға юл асҡан саҡта
Шул сағында Мин һине маҡтармын, Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен.
Белә-күрә гонаһ ҡылыуҙарҙан һаҡла, Улар миңә хаким була алмаһын! Шул сағында мин камил булырмын, Ҙур гонаһтарҙан азат ҡалырмын.