9 Уларға ҡылғандарын – енәйәттәрен, Артыҡ тәкәббер булып киткәндәрен белдерер.
Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.
Сөнки ул Аллаға ҡаршы ҡул күтәрҙе, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡаршы майҙан тотто.
Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.
Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.
Сөнки Һинең алдыңда артыҡ башбаштаҡ булдыҡ, Гонаһтарыбыҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла, Енәйәттәребеҙ һәр саҡ күҙ алдында, Ғәйебебеҙҙе беләбеҙ.
Уларҙың ауыҙҙарында дөрөҫлөк юҡ; Эстәре тулы емергес уйҙар. Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, Телдәрендә – ялағайлыҡ.
Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?
Муса левиҙәр менән алмаштырылғандар һанынан артҡан кешеләр өсөн йолом көмөшө алды.