Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 36:4 - Изге Яҙма

4 Һис шөбһә юҡ, бер һүҙем дә ялған түгел; Алдығыҙҙа тороусының белеме камил.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 36:4
17 Referencias Cruzadas  

Болоттарҙың ни рәүешле эленеп тороуын, Камил белемгә Эйә булғандың ғәжәйеп эштәрен аңлайһыңмы?


Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Әпәфрас та сәләм тапшыра. Ул һеҙҙең Алланың тулы ихтыярынса рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Мәсихтә беҙ Уның Үҙе алдында ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Раббының юлы хаҡында ярайһы уҡ яҡшы белгән Феликс: – Һеҙҙең эшегеҙ тураһында ғәскәриҙәр башлығы Лусиас килгәс ҡарар ҡылырмын, – тип тикшереү эшен кисектерҙе.


Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Теофилос, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым.


Аллабыҙ килә. Ул өнһөҙ ҡалмаҫ, Алдында ялмап йотор ялҡын бар, Әйләнәһендә уйнай дәһшәтле дауыл.


Һүҙҙәрем ихлас йөрәктән сыға, Ирендәрем белгәнде, хаҡты һөйләй.


Ниңә кәрәк миңә юҡ-бар йыуатыуҙарығыҙ? Яуаптарығыҙ бит тотош ялған».


Беләм нимә уйлағанығыҙҙы, Миңә ҡаршы мәкер ҡорғанығыҙҙы.


Алла хаҡына тип ялған һөйләүегеҙме? Һеҙҙең алдауығыҙ Уға кәрәк тиһегеҙме?


Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ, Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ.


Инде, рәхим итеп, миңә боролоп ҡарағыҙ – Күҙегеҙгә ҡарап, алдаша аламмы?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios