6 Хаҡлымын, ә алдаҡсы һаналам. Бер ғәйебем булмаған хәлдә, мин уңалмаҫлыҡ яра алдым“.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Уҡсылары ян-яғымдан солғап алды, Эс-бауырымды аяуһыҙ үтә тиште, Үтем ергә түгелде.
Ни өсөн минең һыҙланыуым баҫылмай? Ниңә йәрәхәтем төҙәлмәй, уңала алмай? Минең өсөн иң кәрәктә ҡороп ҡалыр инеш, Ышанысһыҙ шишмә булырһың микән ни?»
„Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.