Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 33:6 - Изге Яҙма

6 Мин дә Алланың алдында тап һинең кеүек – Мин дә балсыҡтан әүәләнгәнмен.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 33:6
15 Referencias Cruzadas  

Балсыҡ өйҙәрҙә йәшәгән, Нигеҙе саң-туҙан булған, Һытып ташлауы көйәнән дә Анһатыраҡ булған әҙәмгә ышанһынмы?


Шулай итеп, беҙ – Мәсихтең вәкилдәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла менән ярашығыҙ.


Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.


Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.


Муллыҡҡа кинәнеп йәшәгәндә, Бәлә килеп йыға һуғыр, Ҡайғы-хәсрәт өҫтөнә бер юлы ябырылыр.


Һеҙҙең әйтемдәрегеҙ – көл һымаҡ, Терәктәрегеҙ – балсыҡтан әүәләнгән ҡалҡан.


Иҫеңдәме, мине балсыҡтан яһаның, Ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһыңмы?


Һинең урыныңа халыҡ менән Һарун һөйләшер. Ул һиңә ауыҙ һымаҡ, ә һин уға Алла һымаҡ булырһығыҙ.


Әммә Яҡуп асыуланып: – Мин ни эшләйем? Түлһеҙ иткән Алламы ни мин һиңә? – тип яуап бирҙе.


Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.


Әммә мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өндәшәм, Дәғүәмде Аллаға белдерергә теләйем!


Әммә беҙ – ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән был саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios