11 Һеҙҙең һөйләгәнегеҙҙе көттөм, Һеҙ һүҙ һайлаған арала, Фекерҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалдым.
Бай кеше үҙенә үҙе аҡыллы булып күренер, ләкин башы булған ярлы кеше уны фашлар.
Хөкөмдә беренсе һөйләгән кеше икенсеһе бәхәскә ҡушылғанға тиклем хаҡ күренер.
Башҡалар йәшкә унан өлкәнерәк булғанлыҡтан, Әлиһу Әйүп менән һөйләшеүгә ҡыҫылмайыраҡ тора ине.
Улар мине ямғырҙай көтөп алыр, Һүҙҙәремде яҙғы ямғыр һымаҡ йотор ине.
Кешеләр һөйләгәнемә ҡолаҡ һала, Кәңәшемде шымып көтә ине.
Бына, нимәләрҙе асыҡланыҡ – улар барыһы ла хаҡ. Шуға күрә ҡолаҡ һалып тыңла ла фәһем ал».
Шуға күрә: „Мине лә тыңлағыҙ, – тием. Мин дә фекеремде әйтәйем“.
Мин һеҙҙе ҙур иғтибар менән тыңланым, Әммә берегеҙ ҙә Әйүптең хаҡ булмағанын раҫлай алманы, Уның әйткәндәренә яуап бирмәне.