10 Шуға күрә: „Мине лә тыңлағыҙ, – тием. Мин дә фекеремде әйтәйем“.
Кейәүгә сыҡмаһа, ул бәхетлерәк булыр ине – был минең фекерем һәм миндә лә Алла Рухы бар тип уйлайым.
Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым.
Хикмәт йәштә түгел. Ғәҙеллекте аңлау тик ҡарттарға ғына бирелмәгән.
Һеҙҙең һөйләгәнегеҙҙе көттөм, Һеҙ һүҙ һайлаған арала, Фекерҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалдым.