1 Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине.
„Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.
Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең.
Шунда намыҫлы Уның менән бәхәсләшә алыр, Мин Хөкөмдарым янында хаҡлыҡ ҡаҙаныр инем.
Үлтерһә, үлтерер, барыбер ҙә өмөтөм юҡ. Юлымдың хаҡлығын раҫлар өсөн, ҡаршыһына сығам.
Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?
Яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кире уйлағыҙ! Аңлағыҙ, әлегә хаҡлыҡ минең яҡта.
Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем. Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм.
Сөнки гонаһың ҡоторта ауыҙыңды, Хәйләкәрҙәр теле менән һөйләшәһең.
Яуызлығыңдың сиге юҡ, Енәйәттәрең һанһыҙ түгелме?
Әйткәндәрең ҡолағымда яңғырап торҙо. Мин һүҙҙәреңде ишеттем:
Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.