3 Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?
Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала, Раббының асыу көнө уны урап үтә.
Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ.
Ошо фәрештәләр кеүек, фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Ғамора һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.
Исраил халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта, үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.
Улар, Раббы янынан һәм Уның ҡөҙрәтле шөһрәтенән ситләтелеп, язаға, мәңгелек һәләкәткә дусар ителер.
Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.
Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Бәлки, Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәренә» ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткәндер? Быны Ул Үҙ даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәренә» Үҙ данының байлығын асыу өсөн эшләне.
Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде.
Сөнки Раббы Перасим тауындағылай ҡалҡыр, Ғивғон үҙәнендәге шикелле ярһыр. Ул Үҙ эшен, сәйер эшен тормошҡа ашырыр, Уның ғәмәле хайран ҡалдырыр.
Хаҡ хөкөм яҡшы кешегә – шатлыҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларға ҡурҡыу алып килә.
Камил кешегә Раббының юлы – һыйыныр урын, яуызлыҡ ҡылыусылар өсөн – һәләкәт.
дауылдай дәһшәт ябырылғанда, ғәрәсәттәй бәлә килгән мәлдә, ауыр ғазаптар, ыҙа-яфа иҙгәндә, мин дә мыҫҡыллап көлөрмөн.
Иҫеңдә тот, Раббы, дошман Һине нисек хурлай, Ахмаҡ халыҡ исемеңде нисек мыҫҡыл итә.
Әгәр инде Раббы ғәҙәттән тыш ғәмәл ҡылып, ер ауыҙын асһа һәм уларҙы барлыҡ мөлкәттәре менән бергә йотһа, улар тереләй үлеләр донъяһына төшһә, был кешеләрҙең Раббынан ваз кискәнен аңларһығыҙ.
Аслыҡ тәҡәтен ҡоротор, Бәлә-ҡаза абынғанын көтөп торор.
Был – залим әҙәмгә Алланан өлөш, Алланың уға тәғәйенләгән насибы ошо».
Яуыздарҙың шәме йыш һүнәме лә, Баштарына ҡайғы-хәсрәт киләме? Алла асыуланған сағында уларға ғазап бирәме?
Сөнки мин Алланан килгән бәләнән ҡурҡам, Бөйөклөгө алдында мин тора алмаҫ инем.
бер ҡатын ҡул тирмәненең ташын ырғытып ебәрҙе лә Авимәләхтең башын ярҙы.
Быны бер яугир күреп ҡалды ла килеп Йоавҡа: – Мин Авшаломдың имәнгә эленеп торғанын күрҙем, – тип хәбәр итте.