9 Инде шулар минән көлөп Мәсхәрәле таҡмаҡ йырлай, Мин уларға көлкө булып ҡалдым.
Ҡара: улар ултырһа ла, торһа ла, Мине мыҫҡыл итеп таҡмаҡ йырлай.
Алла мине кешеләр алдында ғибрәт итте, Улар минең битемә төкөрә.
Барса халҡым алдында көлкөгә ҡалдым, Таҡмаҡ әйтеп, көн оҙоно мыҫҡыллайҙар.
Батша кәләше бар гүзәллегендә – үҙ бүлмәһендә, Кейемдәре алтын менән нағышланған.
Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым. Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным. Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым.
Бөтә ерҙән дә һөрөлгән Атһыҙ-затһыҙ әҙәм аҡтыҡтары!
Барлыҡ дошмандарыбыҙ Беҙҙе йоторға боғаҙ кирҙе.
Эй Раббым, Һин әүрәттең мине – Мин әүрәнем. Һин минән көслөрәк – Мине еңдең. Мин һәммәһе өсөн мәҙәккә әйләндем, Көн оҙоно минән көләләр хәҙер.