19 Унда олоһо ла, кесеһе лә – бергә; Ҡол да хужаһынан азат.
Беләм, һин мине үлемгә – Бөтөн тереләргә тәғәйен булған һуңғы йортҡа илтәһең.
Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,
Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.
Бейек урындарҙан ҡурҡырһың, юлдағы дәһшәттән хафаланырһың. Баҙам ағасы сәскә атыр; сиңерткәләрҙең кәүҙәһе ауырайыр; каперс ҡыуағы ҡойолоп төшөр. Ул көндө кеше мәңгелек йортона китер һәм һыҡтап оҙатыусылар урамдарҙа өйөрөлөр.
Кешенең елде туҡтатырға ҡөҙрәте етмәгәндәй, үҙенең әжәл көнө өҫтөнән хакимлығы юҡ. Был көрәштә ҡотолоу юлы юҡ, яуызлыҡ яуызды ҡотҡармаҫ.
Күркәмлектең үрнәге булған Сиондан Алла Үҙенең нурҙарын сәсә.
Унда тотҡондар ҙа тыныслыҡта, Күҙәтселәрҙең аҡырыныуын ишетмәй.
Нимә өсөн ғазаплы бәндәгә яҡтылыҡ бирелгән? Йәне әсегәнгә нимәгә ул йәшәү?
Үҙән тупрағы мамыҡтай булыр, Иҫәпһеҙ халыҡ алдынан, Һанһыҙ артынан оҙатып барыр.
Икеһе лә бер тупраҡҡа ятыр, Икеһенең дә тәнен ҡорт баҫыр.