16 Нишләп яралғы саҡта уҡ төшмәгәнмен? Яҡты донъя күрмәгән сабыйҙай күмелмәгәнмен?
Ана, күр, нимә ҡойола ауыҙҙарынан, Ҡылыс һымаҡ телдәре, үҙҙәре: «Кем ишетһен беҙҙе?» – тип уйлайҙар.
Берәүҙең йөҙ балалы булыуы, оҙон ғүмер кисереүе мөмкин, ләкин ул күпме генә йәшәһә лә, шул ғүмеренең рәхәтен күрмәһә, йәки хөрмәтләп ерләнмәһә, минеңсә, үле тыуған баланың тәҡдире уныҡынан яҡшыраҡ.
Етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, барыһынан һуң миңә лә күренде.
Өйҙәрен көмөш менән тултырған, Алтынға хужа булған түрәләр араһында.
Унда залимдар яуызлығынан туҡтай, Унда талсыҡҡандар ял таба.
Әйтерһең, бөтөнләй булмағандай, Әсә ҡарынынан туп-тура ҡәбергә күсер инем!
Әммә Һин уларҙан көлөрһөң, йә Раббы, Барса ҡәүемдәрҙе мыҫҡылларһың.
Ә бөтөнләй тыумаған, ҡояш аҫтында ҡылынған боҙоҡлоҡто күрмәгәндәр иһә быларҙың икеһенән дә бәхетлерәк.