8 Йәштәр мине күреп юл бирә һала, Ҡарттар ҡалҡып аяғүрә баҫа,
Сал сәсле өлкәндәр алдында урыныңдан тор, ҡарттарға хөрмәт күрһәт. Аллаңдан ҡурҡ. Мин – Раббы.
Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».
Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға һәм уларҙы тыңларға, һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер торорға кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор,
Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.
Сал сәс – кешенең тоғро юлда ҡаҙанған шөһрәт тажы.
барыһын да ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.
Хөкөм тәхетендә ултырған батша үҙ күҙе менән бөтә яманлыҡты ҡыуып таратыр.
Ҡала ҡапҡаһы янына сығып, Майҙанда урынымды алған сағымда
Түрәләр һөйләүҙән туҡтап, Ҡулдары менән ауыҙын ҡаплай,