4 Ғүмеремдең сәскәле мәле кире ҡайтһасы, Сатырымды Алла Үҙе ҡанаты аҫтында тота ине.
Сөнки Раббы мәкерле әҙәмдән екһенә, Ул намыҫлылар менән аралаша.
Раббының ғәмәлдәренә әһәмиәт бирмәгәнгә, Ҡулдарының эшен һанға һуҡмағанға күрә, Раббы уларҙы вата һуғыр, бүтән ҡоршамаҫ.
Алланың кәңәшмәһендә ҡатнаштың да Бөтөн аҡылды үҙеңә тупланыңмы?
Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән.
Мәҙхиә. Шәмбе көнө өсөн йыр.
сөнки һеҙ үлдегеҙ, ә тормошоғоҙ Мәсих менән бергә Аллала йәшеренгән.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе әле янымда, Балаларым әйләнәмдә ине.