16 Уны Офир алтыны менән дә, Оникс һәм зәңгәр яҡут менән дә баһалап булмаҫ.
Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында – инең; Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең: Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас, Һары яҡут, оникс, йәшмә, Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт – Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән. Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине.
Мин кешеләрҙе саф алтындан аҫылыраҡ, Офир алтынынан да аҙыраҡ итәм.
Килегеҙ, күрегеҙ Раббының эштәрен, Ерҙе бушлыҡҡа әйләндергәнен.
өс мең талант алтын – Офир алтыны, ете мең талант саф көмөш. Был алтын-көмөш йорттоң диуарҙарын эске яҡтан көпләү,
дүртенсе рәттә һары яҡут, оникс һәм йәшмә булыр. Уларҙың бөтәһен дә алтын тирәсәгә урынлаштыр.
Уны саф алтын түләп тә алып булмаҫ, Ҡиммәте көмөш менән дә үлсәнмәҫ.
Уға алтын да, гәлсәр ҙә тиң түгел, Саф алтын һауытҡа ла алмаштырылмаҫ.
Беләктәре – аҫылташтар теҙелгән алтындай. Тәне зәңгәр яҡуттар менән биҙәлгән Фил һөйәге һымаҡ ҡатҡыл, шыма.
Эй дауылдарҙан туҡмалған, Йыуатыу тапмаған бахыр ҡала! Бына, һинең таштарыңды фирүзә өҫтөнә ҡуям, Нигеҙеңде зәңгәр яҡуттан һалам.
Бейҙәре ҡарҙан пак, һөттән аҡ ине, Тәндәре мәрйендәй алһыу, Үҙҙәре зәңгәр яҡутҡа тиң ине.