Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 28:13 - Изге Яҙма

13 Әҙәм балаһы уның баһаһын белмәй, Тереләр донъһында уны табып булмай.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 28:13
18 Referencias Cruzadas  

Тотоп алдылар, хөкөм иттеләр, алып киттеләр. Уның яҙмышын кем уйлап торған? Тереләр донъяһынан тартып алынды; Халҡымдың енәйәттәре арҡаһында язаланды.


Хәҡиҡәт һатып ал, уны һатма, аҡыл, тәрбиә һәм ғилем йый.


Зирәклек ҡаҙаныу алтынға эйә булыуҙан, белем ҡаҙаныу саф көмөштән яҡшыраҡ.


Сөнки аҡыл аҫылташтан ҡиммәтерәк, һин теләгән бер нәмә лә уға тиңләшә алмаҫ.


Яуызлыҡ ҡылыусылар – Халҡымды икмәк урынына ашағандар, Алланы саҡырмағандар – Бер ни ҙә аңламаймы ни?


Йә Раббы, Һин батшаға еңеү бир! Һине саҡырғанда, беҙгә яуап ҡайтар!


Мин уйланым: «Раббыны инде күрмәм, Эйе, Раббыны тереләр ерендә күрмәм. Был донъяла йәшәгәндәр менән бергә Кеше йөҙөн бүтән күрмәм.


Тәрәнлектәр әйтер: «Ул миндә юҡ». «Минең янда ла юҡ», – тиер диңгеҙ.


Мин салырға илткән йыуаш бәрәс кеүек булғанмын. Миңә ҡаршы мәкер ҡорғандарын аңламағанмын. Ә улар былай тигән: «Ағасын да, емешен дә юҡ итәйек, Уны тереләр донъяһынан ҡырҡып ташлайыҡ, Хатта исеме лә хәтерҙә ҡалмаһын».


Ғелам да шунда, өйөр-өйөр халҡы менән үҙ ҡәберенең әйләнәһендә тора. Һәр береһе ҡылыстан үткәрелгән, үлгән һәм сөннәтһеҙ килеш түбәнге донъяға ингән. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайнылар, инде, мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр менән бергәләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios