9 Башына бәлә-ҡаза килгәндә, Ярҙам һорап ялбарыуын ишетерме Алла?
Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.
Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.
Шунда мине саҡырырҙар – өндәшмәҫмен, эҙләп-эҙләп тә таба алмаҫтар.
Ләкин шундай көн килер – Раббыға ялбарырһығыҙ, Әммә Ул һеҙгә яуап ҡайтармаҫ. Золом ҡылғанығыҙ өсөн, Ул һеҙҙән йөҙөн йәшерер».
Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.
Раббы уларҙы саҡырғанда, тыңламанылар. «Улар саҡырғанда Мин дә уларҙы тыңламаным, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын.
Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен.
Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай.
Өй хужаһы тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ, тышҡы яҡта ҡалып, ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар.
Бөтә йөрәктән Мине саҡырыр урынға, Ятҡан түшәктәрендә үкереп илай. Икмәк менән шарап хаҡына үҙҙәрен имгәтәләр. Миңә һырттарын ҡуйҙылар.
Ҡанунға ҡолаҡ һалырға теләмәгән заттың доғаһы ла Раббы өсөн ерәнгес.
Юл буйындағы шишмәнән һыу эсерһең; Көсөң артып, башыңды текә тоторһоң.
Һеҙ ҡайтып Раббы алдында иланығыҙ. Тик Раббы һыҡтауығыҙҙы ишетмәне, һеҙгә ҡолаҡ һалманы.
дауылдай дәһшәт ябырылғанда, ғәрәсәттәй бәлә килгән мәлдә, ауыр ғазаптар, ыҙа-яфа иҙгәндә, мин дә мыҫҡыллап көлөрмөн.