4 Шуғаса ауыҙымдан алдаҡ һүҙ сыҡмаҫ, Телем ялғанды һөйләмәҫ!
Алла хаҡына тип ялған һөйләүегеҙме? Һеҙҙең алдауығыҙ Уға кәрәк тиһегеҙме?
Ахая өлкәләрендә бер кем дә был маҡтауымды тартып алмаҫ – һеҙҙе миндәге Мәсих хәҡиҡәте менән ышандырам.
Һеҙ Уны белмәйһегеҙ, ә Мин беләм. Әгәр ҙә Мин Уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Әммә Мин Уны беләм һәм Уның һүҙен тотам.
Хаҡлымын, ә алдаҡсы һаналам. Бер ғәйебем булмаған хәлдә, мин уңалмаҫлыҡ яра алдым“.
Инде, рәхим итеп, миңә боролоп ҡарағыҙ – Күҙегеҙгә ҡарап, алдаша аламмы?
Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ, Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак.
Улай түгелме? Кем әйткәндәремде ялған тиер? Кем һүҙҙәремде бушҡа сығарыр?»
Һүҙҙәрем ихлас йөрәктән сыға, Ирендәрем белгәнде, хаҡты һөйләй.