22 Ул ҡасып маташыр, әммә дауыл Уға ҡотолорға ирек бирмәҫ.
Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?
Етеҙҙең ҡасырға хәле ҡалмаҫ, Көслөнө ҡеүәте ташлап китер, Ҡаһарман үҙенең йәнен ҡотҡара алмаҫ.
Мин, Раббы, әйттем быны. Әйткәнемде бойомға ашырыр ваҡыт етте, Эшләрмен, кире уйламам; Йәлләмәм, ҡыҙғанып тормам. Ҡыуған юлыңа, ҡылған ғәмәлдәреңә күрә хөкөм ителерһең», – тип белдерә Раббы Хаким.
Шуға күрә, Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – Изге торлағымды ерәнгес боттарың, әшәкелектәрең менән нәжесләгәнең өсөн, һине тап-таҡыр итеп ҡырасаҡмын, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен.
Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым».
Яза көнөндә Алыҫтан өҫтөгөҙгә ҡаза килгәндә ни эшләрһегеҙ? Ярҙам һорап кемгә барырһығыҙ? Байлығығыҙҙы ҡайҙа йәшерерһегеҙ?
Тимер ҡоралдан ҡасып ҡотолһа, Баҡыр йәйә уны ҡыуып етер.
Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр».
Исраилдарҙан ҡотолам тип, Бейт-Хорондан төшкән юлдан Ғазыҡаға ҡасып барған әмөриҙәр өҫтөнә Раббы эре-эре таш-борсаҡтар яуҙырҙы. Күктән яуған шул борсаҡтарҙан кешеләр исраилдар ҡылысына ҡарағанда ла күберәк үлде.
Уларға бәләләр ебәрермен, Өҫтәренә уҡтарымды яуҙырырмын.
Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.
Был юлы Мин һинең үҙеңә, хеҙмәтселәреңә, тотош халҡыңа иң ҡаты язаларымды юллайым – бөтә ер йөҙөндә Миңә торошло һис берәүҙең юҡлығын аңларһың.
Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең.
Диңгеҙселәрҙе ҡот осҡос дәһшәт солғап алды. Улар: – Нишләп улай иттең инде? – тинеләр, сөнки, Юныс һөйләп биргәс, уның Раббы хозурынан ҡасып барғанын белгәйнеләр.
Берәй әҙәм, йәнеңде көҫәп, һине эҙәрләй башлаһа, хакимымдың йәне Аллаң Раббының ғүмер төйөнөндә төйнәлгән булыр. Дошмандарыңдың йәнен иһә Ул һапҡылағы таш кеүек сойорғотор.
Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».