12 Асылда, быны һәр берегеҙ күрҙе, Шулай булғас ниңә буш һүҙ һөйләйһегеҙ?
Ер йөҙөндә тағы бер мәғәнәһеҙлек бар: яманға тейеш яза тәҡүә кешенең башына төшә, ә тәҡүәгә лайыҡ игелекте ямандар үҙләштерә. Мин: «Был да фани!» – тинем.
Мин һөйләп бөтөргәнсе генә түҙегеҙ, Унан, теләһәгеҙ, көлөрһөгөҙ.
Мине мыҫҡыллаусылар уратып алған, Көлөп, күҙемде лә астырмайҙар.
Буш һүҙҙәрегеҙгә сик булырмы? Ниңә шул тиклем үрәпсейһегеҙ – Ауыртҡан урынығыҙға тейҙемме?
Бына мин һеҙгә Алланың ҡөҙрәте тураһында һөйләйем, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең ниәттәрен йәшермәйем.
Залим әҙәмдең Алланан алыр өлөшө, Иҙеүсенең сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән алыр мираҫы ошо: